9 декабрь, Йома

21 июнь 2011 йыл, 15:49

«Ғәҙел Рәсәй» һуғыш балалары статусын индерергә тәҡдим итте

автор: Евгений Рәхимҡолов

«Һуғыш балалары» махсус социаль статусы федераль закондар менән нығытырға тәҡдим ителде. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 70 йыл тулыу көнө алдынан бындай инициатива менән «Ғәҙел Рәсәй» партияһы сығыш яһаны.

«Башинформ» агентлығына партияның төбәк бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1929 йылдың 4 сентябренән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклемге арала тыуған граждандарға «Һуғыш балалары» статусын  бирергә тәҡдим ителгән. «Ғәҙел Рәсәй» бындай кешеләр өсөн 500 һум күләмендә айлыҡ түләүҙәр индереүҙе һәм торлаҡ менән коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә 25 процентлыҡ ташлама биреүҙе кәрәк тип һанай. Бынан тыш, һуғыш башланыуға 70 тулыу уңайынан уларҙың һәр береһенә бер тапҡыр бишәр мең һум түләргә тәҡдим ителгән.

«Ғәҙел Рәсәй» вәкилдәре әйтеүенсә, бындай саралар ғәҙеллекте тергеҙергә мөмкинлек бирәсәк. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән кешеләр хәҙер инде бик оло йәштә һәм улар бөгөн дәүләттең иң етди ярҙамына мохтаж.  Улар һуғыш заманы михнәттәрен үҙ иңендә татыған. Күбеһе ололар менән бер рәттән завод һәм фабрикаларҙа станоктар артына баҫып, Еңеү өсөн фронтовиктар һәм тыл хеҙмәтсәндәренән кәм эшләмәгән. Әммә әле булһа был кешеләр дәүләт ярҙамынан мәхрүм. Һуғыш йылдарына эләккән балалыҡ йылдары уларға һуғыш ветерандарына һәм тыл хеҙмәтсәндәренә тейешле ташламалар алыуға хоҡуҡ бирмәй.