Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә социаль ашхана асылды

Йәмғиәт

Аҙ тәьмин ителгәндәр һәм ауыр хәлдә ҡалғандар өсөн Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә бушлай ашхана асылды. Был ҡалалағы бындай өсөнсө ашхана.  Тәүге икәүһе кеүек үк, ул да БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илдар Ғәрифуллин ярҙамында «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡртостан төбәк бүлексәһе ҡанаты аҫтында асылған.

Ашхана 60 кешегә иҫәпләнгән. Туҡланыуға талондар 30 көнгә бирелә. Күп балалы ғаиләләр, пенсионерҙар, инвалидтар, эшһеҙҙәр, асарбаҡтар, яңы ғына төрмәнән сыҡҡан кешеләр, социаль яҡтан яҡланмаған башҡа граждандар ашханала йылы аш алыу мөмкинлегенә эйә.  

Беренсе социаль ашхана Өфөлә апрель аҙағында Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә булдырылғайны. Ә икенсе ашхана 15 июндә ҡаланың төньяғында Ҡулса урамында асылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть