Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Ҡазанда Башҡортостан делегацияһы Татарстан Президенты менән осрашты

Сәйәсәт

20 июндә Ҡазанда Kazansummit-2011 Халыҡ-ара ислам бизнесы һәм финанстары саммиты дауамында Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Азамат Илембәтовтың Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңнеханов менән осрашыуы үтте.

Осрашыуҙа Башҡортостандан — БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Әнүәр Мәхмүтов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мөлөков, Татарстан яғынан ТР Премьер-министры Илдар Халиков, Татарстандың Инвестицион үҫеш агентлығы етәксеһе Линар Яҡупов та ҡатнашты.

Осрашыу барышында яҡтар Башҡортостан менән Татарстандың иҡтисад, мәҙәниәт, мәғариф өлкәләрендәге үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек менән ҡыҙыҡһыныуҙарын тағы бер тапҡыр раҫланы. Азамат Илембәтов һәм Рөстәм Миңнеханов ике республика хеҙмәттәшлеген артабан үҫтереү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ҡазанға сәфәре дауамында Башҡортостан делегацияһы төҙөлөш барған футбол стадионын, Ҡазан спорт һарайын, Халыҡ-ара ат сабыштары комплексын, IT-паркты ҡараны. Шулай уҡ Ҡазан Кремленә экскурсияға һәм бер нисә спорт объекттарына барҙы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть