Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

Приморье Һабантуйға йыйыла

Сәйәсәт

25 июндә Приморье крайының Вольно-Надеждинское ауылында һабантуй үткәрелә. Уны Приморье крайының «Тыуған ил» татар-башҡорт йәмәғәт ойошмаһы ойоштора. Был хаҡта Приморье крайы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

«Һабан байрамы» крайҙа 19-сы тапҡыр үтә.

Һабантуйҙа көрәш, арҡан тартыу, гер күтәреү, көйәнтә менән күнәкләп һыу ташыу, тоҡтар кейеп йүгереү, бағанаға менеү, эстафеталар кеүек традицион милли спорт уйындары үтәсәк. Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә.

Байрам программаһында милли бейеүҙәр, татар һәм башҡорт йырҙарын башҡарыу ҙа планлаштырылған.

Әйткәндәй, был крайҙа яҡынса 17 мең татар һәм башҡорт йәшәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть