5 декабрь, Дүшәмбе

21 июнь 2011 йыл, 11:08

Иң яҡшы йәш уҡытыусылар Башҡортостан Президенты гранттарын аласаҡ

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан Республикаһында йәш уҡытыусыларға гранттар тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.

Уларға 2012 йылдың 1 ғинуарынан һәр береһе 40 мең һум күләмендә гранттар булдырылды. Гранттар конкурс нигеҙендә ике йылға бер тапҡыр республиканың дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеларының 25 иң яҡшы йәш уҡытыусыһына биреләсәк.

Ике йылдан биш йылға тиклем педагогик хеҙмәт стажына эйә, уҡыу йөкләмәһе бер предмет буйынса бер ставканан да кәм булмаған 30 йәштән уҙмаған йәш уҡытыусылар грантҡа дәғүә итә ала.    

Республика комиссияһы менән конкурс буйынса һайлап алыу тапшырылған документтарҙы һәм материалдарҙы анализлау нигеҙендә алып барыласаҡ.

Указға перспективалы йәш педагогтарҙы асыҡлау, уларҙы дәртләндереү һәм социаль ярҙам күрһәтеү маҡсатында ҡул ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән.