7 декабрь, Шаршамбы

21 июнь 2011 йыл, 9:55

«Агророст» йәмғиәтенә ҡаҙ бәпкәләренең беренсе партияһы ҡайтарылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Хәйбулла районының «Агророст» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә «Башҡорт ҡаҙы» йәмғиәтенән ҡаҙ бәпкәләренең беренсе партияһы ҡайтарылды. Был Көньяҡ Уралды иҡтисади үҫтереү буйынса урта сроклы программала ҡаралған сараларҙың береһе. Ул ауыл хужалығына тауарлата кредит биреү менән ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Атап әйткәндә, ҡошсолоҡто үҫтереү өсөн ҡаҙ бәпкәләрен Хәйбулла районына поставкалауға Федоровка районының «Башҡорт ҡаҙы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән килешеү төҙөлгән. Уларҙы үҫтереү менән райондың шәхси ярҙамсы хужалыҡтары шөғөлләнәсәк.

«Агророст» быйыл элекке «Хәйбулла» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы базаһында ойошторолған һәм әле генә аяғына баҫып килә, тип хәбәр иттеләр райондың мәғлүмәт-аналитика бүлегенән. Яҙғыһын аграрийҙар пай ерҙәрен ҡуртымға алып, 1,5 мең гектарҙа иген һәм техник культуралар сәскән, артабан малсылыҡты ла үҫтереү маҡсатында йәйгеһен бесән әҙерләү планлаштырыла. «Агророст» йәмғиәтенә әүәлге «Быҙаулыҡ» муниципаль унитар ауыл хужалығы предприятиеһының ҡаҙ фермаһы бирелгән. База ауылдан ситтә, йәмле быуа янында урынлашҡан.

– Ферманы тергеҙә башланыҡ, – тип һөйләй уның мөдире Александр Неверов. – Әлегә бер нисә бинаны ғына тәртипкә килтерҙек, бәпкәләрҙе айырым ситлектәргә урынлаштырҙыҡ, тейешле температура режимын тәьмин иттек. Килешеү шарттары буйынса 1600 бәпкәне үҫтергәндән һуң хужалыҡ «Башҡорт ҡаҙы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә 320 баш ҡаҙҙы кире бирергә тейеш.  

— 500 самаһы инәлекте үрсемгә ҡалдырырға ниәтләйбеҙ, — тип пландары менән уртаҡлаша Александр Неверов.

Бәпкәләргә ошо уҡ ҡошсолоҡ предприятиеһынан ҡайтарылған витаминлы ҡатнаш аҙыҡ ашаталар, йәшел үлән әҙерләйҙәр, ике-өс сәғәткә саф һауаға йөрөтөргә сығаралар.