6 декабрь, Шишәмбе

21 июнь 2011 йыл, 9:25

Республиканың 12 районы шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәрендә рәт араһын йомшартыуҙы тамамланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республиканың 12 районы эшсәндәре шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәрендә рәт араһын йомшартыуҙы тамамланы. Бындай эшкәртеү ҡый үләндәре менән көрәшеү өсөн быйылғы йәйҙә үтә көнүҙәк. Сөнки мул яуым-төшөм культуралы үҫемлектәргә лә,  ҡый үләндәре вегетацияһы өсөн дә уңайлы булды.  

Ауыл халҡы икенсе техник культура – көнбағышты ла онотмай. Рәт араһын эшкәртеү 205764 гектар майҙанда үткәрелгән, был пландың 88 процентын тәшкил итә, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Һигеҙ райондың — Архангел, Белорет, Дүртөйлө, Илеш, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Шарандың аграрийҙары сәсеүлектәрҙә химик утауҙы тамамланы. Республика буйынса был эш йәмғеһе 74 процентҡа үтәлгән, йәғни 889 мең гектар майҙанда башҡарылған.

темалар: ауыл хужалығы