6 декабрь, Шишәмбе

20 июнь 2011 йыл, 17:30

Башҡортостан уҡыусыһы Ҡаҙағстан халыҡ-ара сәнғәт конкурсы-фестивалендә сығыш яһай

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Флейтасы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназияһы-интернатының 10 класс уҡыусыһы Самат Миҙәтов Башҡортостан республикаһының ижади делегацияһы составында Ҡаҙағстанда «Бөйөк мираҫ» халыҡ-ара ижади конкурсы-фестивалендә ҡатнаша.  Конкурс программаһында ул «Инструменталь жанр» номинацияһында күрһәтелгән. Йәш музыкантты Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры урынбаҫары Илшат Сабитов һәм Башҡортостандағы «Аҡ бата» ҡаҙаҡ милли мәҙәниәте үҙәге президенты Мәрғүбә Шумова оҙатып килгән.

«Бөйөк мираҫ» фестивале ошо көндәрҙә Аҡтүбәлә үтә һәм Ҡаҙағстан Республикаһы бойондороҡһоҙлоғоноң 20 йыллығына арналған. Конкурс-фестивалдең ҡатнашыусылары — БДБ илдәренең ҡаҙаҡ диаспоралары вәкилдәре. Улар Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Өфө, Әстрхан, Ырымбур, Аҡбулаҡ, Һарытау, Һамарҙан, Ҡалмыҡстан Республикаһынан һәм  Мурманскиҙан килгән йәш музыканттар, йырсылар, бейеүселәр, рәссамдар, биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары.