6 декабрь, Шишәмбе

20 июнь 2011 йыл, 17:04

22 июндә баш ҡалабыҙҙа хәтер акцияһы ойошторола

автор: Сергей Захаров

Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 70 йыл тулыуы айҡанлы 22 июндә Өфөлә хәтер акцияһы үткәреләсәк. Икенсе йыл рәттән уны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ойоштора.

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Еңеү паркында 18 сәғәттән 23-кә тиклем уникаль мәғлүмәт базаһын булдырған Башҡортостан эҙәрмәндәре отрядтары волонтерҙары яҡындарына һәм туғандарына хәбәрһеҙ юғалған һәм һәләк булған һалдаттарҙы эҙләүҙә ярҙам итәсәк.

Хәрби Дан музейы хеҙмәткәрҙәре лә батырҙар иҫтәлеген мәңгеләштереүҙә ярҙам итәсәк. Махсус стендтарға ҡуйылған һалдат фотолары хәтер аллеяһы экспозицияһын тулыландырасаҡ.

Бынан тыш исемен, фамилияһын, тыуған көнөн, шулай уҡ уларҙың ниндәй фронттарҙа һуғышҡанын күрһәтеп, әле үк атай-олатайҙарығыҙҙың фотоһүрәттәрен  pobeda@bashtv.ru электрон адресына ебәрергә мөмкин.  

Барлыҡ фотоһүрәттәр ҙә БЮТ телеканалының рәсми сайтында (www.tv-rb.ru) урынлаштырыласаҡ.  

темалар: хәтер