7 декабрь, Шаршамбы

20 июнь 2011 йыл, 16:46

Санкт-Петербургта ислам конференцияһы үтә

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Бөгөн Дәүләт Эрмитажында (Санкт-Петербург) «Рәсәйҙә Ислам. Цивилизация-ара диалог тәжрибәһе» фәнни конференцияһы үтә. Ул «Ғәрәбстан юлдары. Сауд Ғәрәбстанының археология ҡомартҡылары» күргәҙмәһе сиктәрендә ойошторолған, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы директоры Илдар Малахов. Конференцияны Санкт-Петербург дәүләт университеты һәм Дәүләт Эрмитажы ойошторған.

Форум эшендә билдәле дәүләт, дини, фән һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Улар араһында  Эрмитаж директоры Михаил Пиотровский, Татарстандың дәүләт советнигы – республиканың элекке президенты Минтимер Шәймиев, Рәсәй Мөфтөйҙәр советы рәйесе Рауил Ғәйнетдин, Түбәнге Новгород ислам институты ректоры – Нижегородка өлкәһе мөфтөйөнөң беренсе урынбаҫары Дамир Мөхөтдинов, Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты профессоры-шәрҡиәтсе Алексей Малашенко, Санкт-Петербург һәм Рәсәйҙең Төньяҡ-Көнбайыш төбәге мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Жафяр Пончаев, Рәсәйҙең «Әл-Васатыйя» фән һәм мәғрифәтселек үҙәге директоры Фәрит Әсәҙуллин бар.

Башҡортостандан республика Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжы директоры Илдар Малахов һәм Рәсәй ислам университеты ректоры Ринат Раев ҡатнаша. Илдар Малахов Ризаитдин Фәхретдинов исемендәге Өфө мәҙрәсәһе тураһындағы доклады менән сығыш яһай, унда Ризаитдин бин Фәхретдин исемендәге Өфө мәҙрәсәһе (әле – Рәсәй ислам университеты) өлгөһөндә 1980-1990-сы йылдарҙа Рәсәйҙә ислам мәғарифы үҫешенең этаптары тураһында һөйләй.  

Конференцияла ҡатнашыусылар Выборгҡа ла барасаҡ, унда «Көнсығыш һәм Көнбайыш. Ислам донъяһы мәҙәниәте һәм сәнғәте» күргәҙмәһе экспонаттары менән танышасаҡ.