Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә балалар өсөн мосолман лагерҙары эшләй

Йәмғиәт

Бөгөн, 20 июндә, Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжында 2 аҙналыҡ балалар мосолман лагеры эшләй башланы, тип хәбәр итә уҡыу йортоноң директоры Илдар Малахов. Бәләкәй мосолмандар өсөн ял Ислам мәҙәниәте, фәне һәм мәғарифына ярҙам фонды менән ойошторолған.

Колледж уҡытыусылары һәм студенттары балалар өсөн спорт саралары, танып белеү мөмкинлеген биреүсе экскурсиялар, культпоходтар, осрашыуҙар үткәрәсәк. Балалар шулай уҡ Ислам нигеҙҙәре, ғәрәп теле уҡытыласаҡ дәрестәргә йөрөй ала. Улар йылы аш менән тәьмин ителгән.

Ислам колледжындағы лагерь үҙ эшен 3 июлдә тамамлай.

4 июлдән «Ләлә Тюльпан» мәсете ҡарамағында йәнә бер лагерь асыла. Ай дауамында балалар унда Ислам нигеҙҙәрен, ғәрәп телен, Ҡөрьән аяттарын өйрәнәсәк. Тәрбиәләнеүселәр өсөн экскурсиялар, спорт уйындары, конкурстар ойоштороласаҡ. Һәр төрлө саралар, дәрестәр үткәреү, балаларҙы экскурсияларға алып йөрөү Рәсәй ислам университетының юғары курстарында уҡыған студент-практиканттар иңенә һалынған. Уларҙың эшен үҙ сиратында уҡытыусылары контролдә тотасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть