Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов биш төр ярыш буйынса Рәсәй чемпионатын ҡараны

Йәмғиәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромында үткән Хәҙерге биш төр ярыш буйынса Рәсәй чемпионатының финалында булды. Рөстәм Хәмитов менән бергә ярыштарҙы Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота ҡараны.

Чемпионаттың финал уйындары Өфөлә 17 июндә башланды. Ике төрҙәге ярыштан – фехтование һәм йөҙөүҙән һуң Мәскәү өсөн сығыш яһаған ике тапҡыр Олимпия чемпионы Андрей Моисеев алдынғылыҡҡа сыҡты. Рөстәм Хәмитов һәм Григорий Рапота өсөнсө төр ярыштың – конкурҙың шаһиты булды.

Рәсәй Биш төр ярыш буйынса федерацияһы матбуғат секретары Константин Бойцовтың «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүенсә, бынан һуң спортсылар һуңғы ярышта — өс километрға йүгереүҙән һәм пневматик пистолеттан атыуҙан торған «комбайн» төрөндә ярыша.

Чемпионат финалында 36 спортсы ҡатнашты. Улар араһында Мәскәү, Һамар, Дондағы Ростов, Ленинград өлкәһе, шулай уҡ республикабыҙҙың алты вәкиле ҡатнашты.

Биш төр ярыш буйынса Рәсәй чемпионаты төбәктә һуңғы 15 йылда беренсе тапҡыр үткәрелә. Бындай ярыштар оҙаҡ ваҡыт Мәскәүҙә генә уҙғарылып килде. Күп осраҡта был биш төр ярыштың төбәктәрҙә элекке данын юғалтыуына бәйле. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа бының киреһе күҙәтелә, һәм бихисап мәктәптәр тергеҙелә башланы.

Быйылғы ярыш йомғаҡтары буйынса Биш төр ярыш буйынса Европа һәм донъя чемпионаттарында ҡатнашыуға спортсылар һайлап алынасаҡ.  Европа чемпионаты 28 июлдән 1 авгусҡа тиклем Лондонда үтергә тейеш. Донъя чемпионаты – 14 сентябрҙә Мәскәүҙә. Беҙҙең ил өсөн был ярыштарҙа төп составта дүрт спортсыбыҙ ҡатнашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть