9 декабрь, Йома

20 июнь 2011 йыл, 11:56

Константин Толкачев «Изге Болғар йыйыны»нда ҡатнашты

автор: Людмила Терновая

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Татарстандағы коллегалары саҡырыуы буйынса Иҙел буйы болғарҙары менән Ислам динен рәсми ҡабул итеү көнөнә арналған сараларҙа ҡатнашты. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Татарстанда сираттағы «Изге Болғар йыйыны» үтте, быйыл ул 922 йылда Иҙел болғарҙары менән Ислам динен ҡабул итеү көнөнә тап килде.

Визит сиктәрендә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Болғар ҡаласығының үҙәк комплексында булды. Шунда уҡ Пәйғәмбәр сәхәбәләре ерләнгән урында мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы үтте.  

Тантанаға бөтә Рәсәйҙән 15 мең самаһы кеше, шул иҫәптән 39 төбәктән 800 мөфтөй килде. Беҙҙең республика мосолмандары исеменән унда юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин ҡатнашты.