4 декабрь, Йәкшәмбе

20 июнь 2011 йыл, 11:30

Башҡортостан аграрийҙары саранчаларға ҡаршы көрәшә

автор: Ғәлиә Нәбиева

Хәйбулла районының «Урожай», «Восход», «Мәмбәт», «Сәғит», «Самарское» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре баҫыуҙарында ҡара сиңерткәләр күренеүе теркәлде. БР Ауыл хужалығы министрлығы хәүефле ҡоротҡостар килтергән зыянды асыҡлау өсөн комиссия булдырҙы, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән. Комиссияны ауыл хужалығы министры урынбаҫары Владимир Незнанов етәкләй.

Бөжәктәр юлында ҡалыуы ихтимал 5 мең гектарҙың 1200-е эшкәртелгән. Ҡоротҡостарға ҡаршы химик эшкәртеүҙе 10 Джакта-3000, ОПШ һәм аэрозоль ҡулайламаһы һиптергестәре алып бара. Тейешле күләмдә «Карачар» һәм «Фаскорд» препараттары әҙерләнгән.

БР Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре әйтеүенсә, ҡоротҡостарға бәйле хәлдәр тулыһынса контролдә тотола. Көҙҙән үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәһендә ҡышлаусы сиңерткәләр запасы асыҡланған. «Россельхозцентр» федераль дәүләт учреждениеһы филиалдары, райондарҙың ауыл хужалығы идаралығы белгестәре оператив саралар күреү өсөн ҡоротҡостарҙың үрсеүен, иҫәбен һәм нисек таралыуын даими тикшереп бара. Аҙна һайын ведомство белгестәре көҙҙән билдәле ҡоротҡостар ҡышлаған урындарға сыға.

Саранчаға ҡаршы көрәште ойоштороу өсөн республикала 1320 һиптергес әҙерләнгән, улар менән тәүлегенә 66 мең гектарҙы эшкәртергә мөмкин. Шулай уҡ аэрозоль ҡулайламалары ла бар, уларҙың береһе тәүлегенә 1000 гектар сәсеүлекте эшкәртә ала. Кәрәк булғанда 5 Ан–2 самолеты эшкә ҡушыласаҡ. Уның ҡеүәте – тәүлегенә 800 га.

Химик эшкәртеү техникаһы тәүлек һайын 82 мең гектарҙағы сәсеүлектәрҙе эшкәртеү мөмкинлеген бирә, был ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндерә, шулай уҡ ҡоротҡостарҙан препараттар ҙа етерлек күләмдә. Бынан тыш, быйыл уларҙы ауыл етештереүселәре 40 процентҡа арзанайтыу юлы менән ала ала.

темалар: ауыл хужалығы