Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов электричкалар эшмәкәрлеге сифатын тикшерҙе

Иҡтисад

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» электричкалары эшмәкәрлегенең сифатын тикшерҙе. 12 һумға билет алып, шәмбе көндө ул урындағы ваҡыт менән 16 сәғәт 25 минутта «Өфө–Инйәр» маршруты буйынса ҡуҙғалған электр поезында Өфө станцияһының тимер юл вокзалынан Дим станцияһына юлланды.

Вагонда Президент пассажирҙар менән аралашты. Улар араһында баҡсасылар ҙа, студенттар һәм ветерандар ҙа бар ине. Осраҡтан файҙаланып, республика башлығы менән улар ҡала яны поездарында ташламаларҙан файҙаланыуға, платформалар төҙөү, станция һәм туҡталыштарҙы төҙөкләндереү, Яңауылға тимер юл тармағын төҙөүгә ҡағылышлы һорауҙар бирҙе.

Рөстәм Хәмитов йәш саҡта электричкала бик йыш Инйәргә йөрөүен билдәләне. Был маршрут айырыуса туристар араһында популяр.

Дим станцияһында Рөстәм Зәки улын Дим районы хакимиәте башлығы Зөфәр Хәкимов ҡаршы алды һәм республика Президенты менән был станцияла тимер юл аша йәйәүлеләр күперен реконструкциялау мөмкинлеген тикшерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть