6 декабрь, Шишәмбе

17 июнь 2011 йыл, 17:15

Башҡортостан «Лукойл» компанияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: "Башинформ"

17 июндә Санкт-Петербургта үткән Халыҡ-ара иҡтисади форумда Башҡортостан Республикаһы менән «Лукойл» нефть компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм «Лукойл» нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Вагит Алекперов ҡул ҡуйҙы.

Документҡа республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексын артабан үҫтереү һәм уның эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген күтәреү, Башҡортостандың финанс-иҡтисади хәлен һәм инвестицион климатын яҡшыртыу, производство потенциалын үҫтереү, республика предприятиеларын, учреждениеларын һәм халҡын энергия ресурстары менән тотороҡло тәьмин итеү маҡсатында ҡул ҡуйылған. Килешеү сиктәрендә Башҡортостан һәм «Лукойл» сеймал базаһын үҫтереү, яңы нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү буйынса оҙайлы сроклы программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа бер-береһенә булышлыҡ итәсәк.

Документ йәнә үҙ-ара килешелгән программалар сиктәрендә Башҡортостан биләмәһендә социаль хәйриә проекттарын тормошҡа ашырыуҙа «Лукойл» компанияһының ҡатнашыуын күҙ уңында тота.

Килешеү биш йылға иҫәпләнгән, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.