8 декабрь, Кесе йома

17 июнь 2011 йыл, 16:13

Ваҡлап һатыу тауарҙары әйләнеше Башҡортостанда 192 миллиард һумдан ашҡан

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ғинуар-майҙа республиканың ҡулланыусылар баҙарындағы хәлдәрҙе статистиктар тотороҡло тип баһалай. Ваҡлап һатыу тауарҙары әйләнеше 192 млрд һум тәшкил иткән, был тауар массаһында уҙған йылдағы осорға ҡарағанда 5,9 процентҡа күберәк. Республика был күрһәткес буйынса Рәсәй Федерацияһында тәүге унау иҫәбендә барыуын һәм Волга буйы федераль округында икенсе урын биләүен дауам итә.

Республика халҡына биш айҙа 95,8 млрд һум суммалыҡ аҙыҡ-түлек һатылған. Аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар һатыу 96,2 млрд һумға йәки 110,2 процентҡа еткән.

Статистиктар билдәләүенсә, ваҡлап һатыу әйләнешенең яртыһын тиерлек бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары тәьмин итә (55,1%).

Йәмәғәт туҡланыу хеҙмәттәренә лә һорау арта. Йәмәғәт туҡланыуында тауар әйләнеше биш айҙа 8,6 млрд һумға еткән, йәғни былтырғы йыл кимәленә ҡарата 104,6%.

темалар: сауҙа