4 декабрь, Йәкшәмбе

17 июнь 2011 йыл, 15:03

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһының премияһы тапшырылды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрын 3 мең доллар күләмендә премия менән бүләкләне. Башҡорт театрына юғары награда Өфөлә Рудольф Нуреев исемендәге Халыҡ-ара фестивалдең йомғаҡлау көнөндә «балет сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» бирелде. Символик диплом һәм аҡсалата премияны Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры Юрий Стульниковҡа Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов тапшырҙы.

Уның билдәләүенсә, ТЮРКСОЙ-ҙың балет сәнғәте өлкәһендәге халыҡ-ара премияһы ике йыл элек ТӨРКСОЙ ағзаһы илдәренең Министрҙар советы менән булдырылған. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры – премияның икенсе лауреаты.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, тәүге премияға былтыр билдәле әзербайжан балет артисы, Латвия милли операһы солисы Ульви Азизов лайыҡ булғайны. Ул да үҙенең наградаһын Өфөлә Нуреев исемендәге фестивалдә алды.