8 декабрь, Кесе йома

17 июнь 2011 йыл, 14:47

Өфөлә «Хәтерләйбеҙ...» акцияһы үтәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнөң Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 70 йыллығына арналған «Хәтерләйбеҙ...» акцияһы үтәсәк.

Акция 22 июндә сәғәт дүрттә хәтер шәмдәрен тоҡандырыуҙан башланасаҡ. Уларҙы студенттар, хәрби-патриотик һәм үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәре, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби бәрелештәр ветерандары ҡабыҙасаҡ.  

Акция дауамында Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу, һуғыштың тәүге сәғәттәрендә һәләк булғандарҙың рухын символлаштырыусы шарҙар осороу, һуғыш тураһындағы фильмдарҙан өҙөктәр күрһәтеү һәм «Хәтер ҡыңғырауҙары» акцияһы планлаштырылған — һуғыш барған 48 ай иҫтәлегенә 48 ҡыңғырау шылтыраясаҡ.