5 декабрь, Дүшәмбе

17 июнь 2011 йыл, 13:01

Миәкә районында Мөхәммәт пәйғәмбәр сәхәбәләренә мемориал ҡуйылды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Миәкә районының Илсеғол ауылы янындағы Нарыҫтау тауында Мөхәммәт пәйғәмбәр сәхәбәләре Зөбәйер бин Зәйет менән Абдрахман ибн Зөбәйергә мемориал ҡуйылды.  

Сәхәбәләр исеме яҙылған һәм ярымайлы тирмәнән торған мемориаль комплекс Башҡортостан мосолмандары инициативаһы менән ҡуйылған.

Бында изге әруахтарҙы хөрмәтләп иҫкә алырға Башҡортостандан, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, Тажикстандан, Үзбәкстан һәм ғәрәп илдәренән меңгә яҡын мосолман килде.

Был ваҡиғаларҙың шаһиты Сәйфулла Әмировтың һөйләүенсә, тантанаға йыйылыусылар аҡһаҡал, Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылынан 84 йәшлек имам Нуретдин Игебаевтың, Башҡортостандағы дин әһелдәренең, Рәсәйҙең алдынғы баҫмалары – «Ислам» журналы һәм «Әс-Сәләм» гәзите вәкилдәренең вәғәздәрен тыңлаған.

Дин таратыусылар  ил, республика етәкселегенә эштәрендә уңыштар, оҙон ғүмер, һаулыҡ, именлек, сәскә атыуҙарын теләй. Пәйғәмбәр арҡаҙаштарының ҡәберен тәрбиәләп тороуҙары, бында меңәр йыл элек йәшәгән мосолмандар тураһындағы мәғлүмәтте хәҙерге заманға тиклем килтереп еткерә алғандары өсөн яҡын тирәләге ауылдар халҡына айырып рәхмәт әйтә.

Риүәйәттәргә ярашлы, сәхәбәләр Нарыҫтау башында ерләнгән, ә тау итәгенән ағып сыҡҡан шишмә шифалы иҫәпләнә. Борон-борондан бында Урта Азиянан, Ҡаҙағстандан, Кавказдан киләләр, айлап бында йәшәйҙәр, һыу менән дауаланалар.

Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең VII быуатта беҙҙең яҡтарға үҙенең арҡаҙаштарын ебәреүе хаҡындағы мәғлүмәтте бихисап билдәле тикшеренеүселәр ҙә раҫлай. Үҙенең хеҙмәттәрендә был хаҡта Ҡазан тарихсыһы Хисаметдин бин Шәрәфетдин һәм башҡорт яҙыусыһы Тажетдин Ялсығолов телгә ала, башҡорттарҙан беренсе булып ислам ҡабул иткән кеше хаҡында мәғлүмәт бирә. Билдәле ислам белгесе Осман Нури Топбаш (Төркиә), Нәҡшбәндиә суфыйсылыҡ тәриҡәте башлығы шейех Мөхәммәт Нәҙим әл-Хаҡҡани (Төньяҡ Кипр) Мөхәммәт пәйғәмбәр менән беҙҙең яҡтарға ебәрелгән өс сәхәбәнең исемен атай, һәм уларҙың ҡайһыларының Нарыҫтауҙа ерләнеүенә аңлатма бирә.

темалар: дин, хәтер