Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан балалар һәм үҫмерҙәр спортына инвестициялар һала

Йәмғиәт

Ағымдағы йылда уйын, техник һәм олимпия спорт төрҙәре буйынса Башҡортостандың төп йыйылма командалары һәм клубтары сығымдарының бер өлөшөн финанслауға 77 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡул ҡуйҙы.

Спортҡа аҡса һалыу үҙен тулыһынса аҡлай. Мәҫәлән, 2010 йылдан уйын, техник һәм олимпия спорт төрҙәре буйынса клубтар һәм командалар тарафынан Рәсәй спорт мастерлығына 782 кандидат һәм 178 Рәсәй спорт мастеры, 14 халыҡ-ара класлы спорт мастеры әҙерләнгән.

267 спортсы – Рәсәйҙең милли йыйылма командаларына кандидаттар. Шуларҙан республиканың 168 йәш өмөтлө спортсыһы Рәсәй үҫмерҙәр, юниорҙар һәм йәштәр йыйылма командаларына кандидат булып тора.

Башҡортостанда 129 балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе эшләй, уларҙа 88759 кеше шөғөлләнә.

Бүленгән средстволар клуб системаһын һәм балалар-үҫмерҙәр спортын артабан үҫтереү маҡсатында файҙаланыласаҡ, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Белешмә өсөн. Олимпия спорты үҫешенә булышлыҡ итеү маҡсатында спорт инфраструктураһына ярҙам итеү менән бергә спортсыларға стипендиялар бирелә, уларҙы Олимпиа программаһы буйынса әҙерләүгә аҡса бүленә. Мәҫәлән, 2011 йылда был йүнәлештә эшләүгә 58 миллион һум бүленгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть