3 декабрь, Шәмбе

17 июнь 2011 йыл, 11:28

Япония делегацияһы Өфөләге «Витценманн-Руссия берлектәге предприятиеһы» заводы менән танышты

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова, Любовь Колоколова

Башҡортостанға рәсми визиты барышында Японияның эшлекле даирәләре делегацияһы бөгөн Өфөлә урынлашҡан заводта — «Витценманн-Руссия берлектәге предприятиеһы» йәмғиәтендә булды. Был Башҡортостан менән Германияның берлектәге предприятиеһы Mitsubishi Motors корпорацияһының Калугалағы заводын автокомпоненттар менән тәьмин итеү проектында ҡатнашыуға дәғүә итә.

«Витценманн-Руссия берлектәге предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең төп менеджеры Илья Кулаков предприятиеның төп продукцияһы автомобиль сәнәғәте өсөн тәғәйенләнгән һығылмалы металл элементтар булыуы хаҡында һөйләне. Автокомпоненттар производствоһы дөйөм әйләнештең яҡынса 60 процентын тәшкил итә.  

Илья Кулаков завод буйлап экскурсия үткәрҙе, Япония делегацияһы вәкилдәрен ҡыҙыҡһындырған продукцияны етештереү өсөн кәрәкле станоктарҙы һәм ҡорамалдарҙы күрһәтте.  

Башҡортостан Республикаһының Япониялағы рәсми вәкиле Ришат Муллагилдиндың хәбәр итеүенсә, «Витценманн-Руссия берлектәге предприятиеһы» йәмғиәтенән тыш «БелЗАН» һәм «Салауатбыяла» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, Нефтекаманың «Искож» производство берекмәһе кеүек Башҡортостандың йәнә өс предприятиеһы алдан яҡынса һайлау үткән.

«Мitsubishi Motors Corporation» корпорацияһының Рәсәйҙәге проекттары офисы генераль директоры Йосия Инамори «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәлә заводҡа беренсе визиттан яҡшы тәьҫораттар ҡалыуын билдәләне:

— Етди предприятие икәнлеге күренеп тора. Ысынында, бер тапҡыр күргәндән аныҡ ҡына нимәлер әйтеүе ҡыйын. Асылда, хеҙмәттәшлек итеүҙе мөмкин тип иҫәпләйбеҙ. Поставкалаусыларҙы һайлағанда беҙҙең компания сифат менән үҙҡиммәтте төп өҫтөнлөк итеп күрә.

Төштән һуң япон бизнесмендары Бәләбәйҙең «Автонормаль» (БелЗАН) заводына барасаҡ, унда «Искож» производство берекмәһе һәм «Салауатбыяла» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре ҡатнашлығында автокомпоненттар презентацияһы үткәреләсәк.