Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Петербург иҡтисади форумында ҡатнашасаҡ

Иҡтисад

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 17 июндә 15-се Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашасаҡ.

Быйыл юбилейлы форум «Яңы эра өсөн лидерҙар» девизы аҫтында үтә. Иҡтисади форум сиктәрендәге дискуссиялар «Глобаль иҡтисади үҫеште тәьмин итеү», «Рәсәйҙә ижади капитал булдырыу», «Офоҡтарҙы киңәйтеүсе технологиялар» кеүек өс төп тема тирәләй алып барыласаҡ.

Форум эшендә меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә, улар иҫәбендә 169 эре сит ил компаниялары башлыҡтары һәм Рәсәйҙәге коммерция структураларының 336 етәксеһе. Бынан тыш, тағы 52 дәүләт ҡатнашыуға заявка биргән.

Форумды асыу тантанаһы Мәскәү ваҡыты менән сәғәт 11-ҙә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть