4 декабрь, Йәкшәмбе

17 июнь 2011 йыл, 9:15

Йылайыр районында ағас күмере етештереү яйға һалынған

автор: Галина Бахшиева

2011–2015 йылдарға Башҡортостандың Көньяҡ Уралын иҡтисади үҫтереүҙең урта сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, шулай уҡ халыҡтың һәм кристаллы кремний, көкөртлө углерод һәм активлаштырылған күмер етештереүсе предприятиеларҙың күмергә булған ҙур һорауын иҫәпкә алып, «Йылайыр урманы» дәүләт унитар предприятиеһында ағас һәм башҡа органик ҡалдыҡтарҙан был продуктты етештереүсе ҡоролма сафҡа индерелде.

БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, модулле пиролиз ҡоролмаһы өҙлөкһөҙ етештереү циклына эйә, был иһә уны һөҙөмтәле файҙаланырға мөмкинлек бирә. Ҡоролманың етештереү ҡеүәте — айына 80 тоннаға тиклем. Ағас күмере 110 килограмлыҡ ҙур ҡаптарҙа һатыласаҡ.  Етештерелгән продукцияны һатыу менән бер ҡыйынлыҡ та юҡ. Бынан тыш, ағас күмере етештереү ҡоролмаһын файҙаланыуға тапшырыу арҡаһында бер юлы 13 кеше эш менән тәьмин ителгән.