9 декабрь, Йома

16 июнь 2011 йыл, 15:00

БР Президенты Япония делегацияһы менән хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен тикшерҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

16 июндә Башҡортостан Президенты Японияның рәсми делегацияһы вәкилдәре менән Башҡортостан һәм Япония араһындағы хеҙмәттәшлектең стратегик йүнәлештәрен тикшерҙе. Рөстәм Хәмитов яңы партнерҙар ҡатнаша алырлыҡ өлкәләрҙе билдәләне.

Тәү сиратта, был химия сәнәғәтенә һәм ауыл хужалығына иҫәп тотоп машиналар һәм станоктар эшләү. Химия производствоһында ла ҡыҙыҡлы проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға мөмкин, сөнки тап ошо өлкәлә Башҡортостан Рәсәйҙә алдынғы урында. Берлектәге эшмәкәрлек өсөн өсөнсө йүнәлеш – ауыл хужалығы. Донъялағы экологик яҡтан хәүефһеҙ аҙыҡ-түлеккә булған ихтыяжды һәм республиканың уңдырышлы ерҙәрен иҫәпкә алғанда, был тема тағы ла әһәмиәтлерәк күренә.

Ике яҡҡа ла файҙалы эшмәкәрлектең йәнә бер аспекты – төҙөлөш. Башҡортостан Президенты, республика Япониянан килгән партнерҙарҙың тәжрибәһен үҙләштерергә әҙер, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Атап әйткәндә, Рөстәм Хәмитов республиканы экологик йәһәттән таҙа заманса төҙөлөш материалдары етештереү һәм алдынғы технологиялар ҡыҙыҡһындырыуын билдәләне.  

— Беҙ Башҡортостанда ҙур төҙөлөш компанияһы вәкиллеген аса алабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов, Япония делегацияһы ағзаларына мөрәжәғәт итеп.

Башҡортостан Президенты сауҙа мөнәсәбәттәре менән республиканың донъяның 100 иле менән бәйле булыуы һәм 2010 йыл йомғаҡтары буйынса тауар әйләнеше 10 млрд доллар тәшкил итеүе хаҡында һөйләне.

— Дөйөм тырышлыҡ менән беҙ сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе юғарыраҡ кимәлгә күтәрә алабыҙ,— тигән ышанысын белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн Япония менән тауар әйләнеше 30 миллион долларҙан артмай.

Республиканың ғорурлығы – тәбиғәт. Уның сәләмәтләндереү факторҙары Башҡортостанда электән уңышлы файҙаланыла. Осрашыуҙа ошо перспективалы йүнәлеш буйынса хеҙмәттәшлекте үҫтереү ҙә тикшерелде.

— Ер тетрәгәндән һуң һауыҡтырыу өсөн Япониянан балаларҙы ҡабул итергә әҙербеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Япония халҡы иңенә төшкән ауырлыҡтарҙы уйлап борсолабыҙ, һәм һәләкәтле ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ.

Республика Президенты киләсәктә Башҡортостанда берлектә шифаханалар төҙөү мөмкинлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Япония делегацияһы башлығы, «ROTOBO» ассоциацияһы президенты Такаси Нисиока составына эре 150 япон предприятиеһы ингән коммерцияға ҡарамаған ойошма исеменән килеүе хаҡында һөйләне. Такаси Нисиока, визит емешле булыр һәм Рәсәй менән Япония араһындағы сауҙа-инвестиция бәйләнештәрен нығытыуҙа аныҡ һөҙөмтәләргә өлгәшербеҙ, тигән ышанысын белдерҙе.

Япония делегацияһы башлығы билдәләүенсә, Мәскәү менән Санкт-Петербург япон эшҡыуарҙарына яҡшы таныш.

— Рәсәйҙә хеҙмәттәшлек өсөн ҙур потенциалы булған башҡа төбәктәр барлығын да аңлайбыҙ, Башҡортостан да шулар иҫәбендә,— тине Такаси Нисиока.

Ул Японияның республикала үҫтерергә теләгән өс йүнәлешен билдәләне.

Хеҙмәттәшлек өсөн төп тема –  Рәсәй территорияһында автокомпоненттар етештереү өсөн яҡшы партнерҙар табыу. Йәнә бер мөһим йүнәлеш — электр энергияһын һаҡсыл һәм һөҙөмтәле файҙаланыу. Японияла был өлкә ярайһы ныҡ үҫешкән, һәм улар үҙҙәренең технологияларын нефтехимия производствоһына индерергә әҙер.

Берлектәге проекттар өсөн өсөнсө мөмкинлек – сәнәғәт инфраструктураһын төҙөү һәм әҙерләү. Япония яғы сүп-сар яғыу заводы төҙөлөшө һәм канализация системаларын камиллаштырыу буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашырға әҙер.

Япония делегацияһы башлығы, визит дауамында берлектәге эшмәкәрлек өсөн башҡа йүнәлештәр ҙә билдәләнер әле,  тигән ышанысын белдерҙе.  

Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, республика хеҙмәттәшлек темптарын арттырырға теләй. Октябрҙә Башҡортостандың эшлекле даирәләренең Көнсығыш ҡалаһына визиты планлаштырылған.

— Беҙ мөмкинлектәребеҙҙе тағы бер тапҡыр тикшереп ҡарап, бөгөн билдәләгән йүнәлештәр буйынса инвестицион проекттарҙы әҙерләрбеҙ, — тип һығымта яһаны Рөстәм Хәмитов.