Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республика баҫыуҙарына 69 мең тонна ашлама индереләсәк

Иҡтисад

2011 йылда Башҡортостан баҫыуҙарына 69 мең тонна самаһы минераль ашламалар индереләсәк. Был хаҡта БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко хәбәр итте.

Планлаштырылған ашламалар күләме уларҙы гектарына 22 килограмм иҫәбенән индерергә мөмкинлек бирәсәк. Николай Коваленко бының тупраҡҡа талап ителгәндән күпкә аҙ булыуын билдәләне. Был тейешле күләмдән яҡынса 60 процент.  

Николай Коваленконың әйтеүенсә, Башҡортостанда быйыл тәүге тапҡыр ужым культураларын туҡландырыу буйынса программа тормошҡа ашырылған. Ошо маҡсатҡа 121 миллион һум бүленгән. Һөҙөмтәлә яҙғыһын ҡышҡы һыуыҡтарға бирешмәгән 540 мең гектар ужым культуралары баҫыуҙарының 500 мең гектарын ашламалар менән туҡландырырға мөмкинлек булған.  

Дөйөм алғанда минераль ашламаларға һәм үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларына быйыл Башҡортостан бюджетынан 458 миллион һум бүленә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть