4 декабрь, Йәкшәмбе

16 июнь 2011 йыл, 14:31

Сәсеүлектәрҙең дөйөм майҙаны 3,2 миллион гектарға етәсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

2011 йылда Башҡортостандағы сәсеүлектәрҙең дөйөм майҙаны 3,2 миллион гектарға етәсәк, был 2010 йылдағына ҡарағанда 100 мең гектарға күберәк. Был хаҡта БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Николай Коваленко хәбәр итте.

Сәсеүлек майҙандарының төп өлөшө иген культураларына бирелә. Улар дөйөм алғанда 1,8 миллион гектарҙан ашыу майҙанда сәселәсәк. Шулай уҡ уҙған йылдағы ҡоролоҡтоң етди эҙемтәләрен иҫәпкә алып, яҙғы сәсеүҙә ҡоролоҡҡа сыҙамлы культуралар майҙанын арттырыу ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта башҡа төбәктәрҙән 20 мең самаһы тонна орлоҡ ҡайтарылған.

Яҙғы сәсеү быйыл, Николай Коваленко һүҙҙәренсә, ике миллион гектарҙа үткәрелгән. 1,15 миллион гектарҙа — иген, 63 мең гектарҙа – сөгөлдөр, 230 меңендә — көнбағыш, 110 мең гектарҙа картуф һәм йәшелсәләр сәселгән.

темалар: ауыл хужалығы