8 декабрь, Кесе йома

16 июнь 2011 йыл, 13:16

Ит һәм һөт малсылығын үҫтереүгә 300 миллион бүленгән

автор: Евгений Рәхимҡолов

Һөт малсылығын үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыуға Башҡортостанда 2011 йылда республика бюджетынан 250 миллион һум бүленгән. Тағы 50 миллион ит малсылығына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Был хаҡта БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Николай Коваленко хәбәр итте.

Һөтсөлөк программаһы буйынса дәүләт ярҙамы етештерелгән продукцияның һәр литрына ике һум күләмендә субсидия биреүҙе күҙаллай. Ит малсылығы программаһы буйынса ярҙам һуғым малы һатып алғанда һәм быҙауы менән һуғым һыйырын аҫрағанда күрһәтелә.  

— Әлеге ваҡытта был программаларҙы өҫтәп финанслау өсөн федераль бюджеттан средстволар йәлеп итеү буйынса эштәр алып барыла, — тине Николай Коваленко. — Бының өсөн тейешле бөтә документтарҙы ла Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығына тапшырғанбыҙ.

темалар: ауыл хужалығы