Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Ауыл эшсәндәре көнбағыш сәсеүлектәрендә рәт араһын йомшартыуҙы тамамлай

Иҡтисад

Республикалағы 12 райондың ауыл хужалығы предприятиелары көнбағыш сәсеүлегендә рәт араһын йомшартыуҙы тамамланы. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәте буйынса, Архангел (512 га), Бүздәк (5217 га), Ғафури (4500 га), Ейәнсура (5356 га), Йылайыр (1810 га), Ҡариҙел (200 га), Ҡырмыҫҡалы (1657 га), Стәрлетамаҡ (14112 га), Өфө (3900 га), Хәйбулла (13814 га), Саҡмағош (3553 га), Шаран (2050 га) райондарында май бирә торған культуралар сәсеүлектәрен эшкәртеү тулыһынса тамамланған.

Республикала сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү һәм сүп үләндәре менән көрәш дауам итә. Белорет, Дүртөйлө, Көйөргәҙе, Саҡмағош райондары хужалыҡтары химик утауҙы тулыһынса атҡарып сыҡҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть