Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Константин Толкачев Урман ауылындағы тергеҙеү эштәрен хупланы

Йәмғиәт

Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев майҙа хәрби часть келәттәрендә боеприпастар шартлауҙан зыян күргән Иглин районының Урман ауылында тергеҙеү эштәре барышы менән танышты.    

Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә өс мең самаһы кеше эвакуацияланған, ә матди зыян, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 400 миллион һумдан ашып киткән.

БР Дәүләт Йыйылышы -  Ҡоролтай рәйесе, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Ялалов, район башлығы Рафиҡ Мусин һәм хәрби часть вәкилдәре балалар баҡсаһын, мәктәпте, торлаҡ йорттарҙы ҡарап сыҡты. 85 ғаилә өсөн йорттар төҙөлгән Иглиндағы төҙөлөш майҙансығы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Подрядсылар әйтеүенсә, шартлауҙан һуң стеналары ғына ҡалған балалар баҡсаһы менән мәктәп уҡыу йылы башланыуға сафҡа индереләсәк. Торлаҡ йорттарҙың ҡыйығы, коммуникациялары өлөшләтә тергеҙелгән, быялалар ҡуйылған.

— Шартлауҙың тәүге көнө менән сағыштырғанда бөтөнләй икенсе күренешкә шаһит булдыҡ, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Константин Толкачев. — Республикалағы тейешле структураларҙың йылдам һәм сифатлы эш итеүе ҡыуандыра. Төҙөлөш эштәре көн яҡтыһында, ялһыҙ алып барыла. Ҡасан да булһа бындай тиҙлектә эшләгәндәрен хәтерләмәйем. Бөтәһе лә бар нәмәне ҡыҫҡа ваҡытта тергеҙеү өсөн тырыша. Эш сифаты ла тейешле кимәлдә. Әлегә, әлбиттә, яҡынса һөҙөмтәләрҙе генә күрергә мөмкин, әммә мин ниндәй ҙә булһа илке-һалҡылыҡты һиҙмәнем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть