Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөгә Японияның эшлекле даирәләре делегацияһы килде

Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһына визит менән Японияның эшлекле даирәләре делегацияһы — Рәсәй һәм яңы бойондороҡһоҙ дәүләттәр менән сауҙа буйынса ассоциация (РОТОБО, Япония) президенты Такаси Нисиока етәкселегендә ассоциация вәкилдәре килде. Кисә кискеһен Япониянан килгән ҡунаҡтарҙы «Өфө» халыҡ-ара аэропортында ҡаршы алдылар.

Бөгөн ошо визит сиктәрендә Өфөнөң Конгресс-холында Японияның хөкүмәт структуралары һәм эшлекле даирәләре вәкилдәре делегацияһы ҡатнашлығында Япония менән Башҡортостан Республикаһы араһында сауҙа һәм инвестицион хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса конференция-семинар үтәсәк.

Эшлекле форум дауамында машина эшләү һәм энергия һаҡлауҙан алып баш ҡала инфраструктураһын һәм туризмды үҫтереүгә тиклем бөтә яҡтарҙы ҡыҙыҡһындырырҙай туғыҙ төп йүнәлеш буйынса хеҙмәттәшлек юлдары тикшереләсәк.

Белешмә өсөн. РОТОБО-ға 200-ҙән ашыу ағза инә. Улар иҫәбендә  Японияның Mitsui, Sumitomo, Mitsubishi, TOYOTA, Honda, Nissan, SONY, Panasonic, TOSHIBA кеүек киң билдәле сәнәғәт һәм сауҙа корпорациялары, страховка һәм йөк-пассажирҙар ташыу компаниялары, банкылар, ғилми институттар, киң мәғлүмәт саралары, урындағы үҙидара органдары һәм башҡа ойошмалар бар.

РОТОБО-ның Башҡортостанға визиты яуап сәфәре булып тора: былтыр ноябрҙә беҙҙең республика делегацияһы был илдә булып ҡайтҡайны.

Япония делегацияһын бай эстәлекле программа көтә. Ул өс көнгә иҫәпләнгән һәм төбәктең сәнәғәт предприятиеларына һәм фәнни ойошмаларына барыуҙы, Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән танышыуҙы, эшлекле осрашыуҙар үткәреүҙе үҙ эсенә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть