8 декабрь, Кесе йома

16 июнь 2011 йыл, 10:32

Башҡортостан «ГЛОНАСС навигация-мәғлүмәт системалары» менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан навигация эшмәкәрлеге өлкәһендәге «ГЛОНАСС навигация-мәғлүмәт системалары» федераль селтәр операторы менән стратегик хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов алдында килешеүгә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов һәм «Навигация-мәғлүмәт системалары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Гурко ҡул ҡуйҙы.

Александр Гурко һүҙҙәренсә, төбәк менән бындай килешеүгә ҡул ҡуйыу компания тарихында беренсе тапҡыр.  

— Беҙ, ҡағиҙә булараҡ, бындай ысулды ҡулланмайбыҙ, — тине ул. — Әммә был осраҡта бындай хеҙмәттәшлек ГЛОНАСС технологияларын индереү өсөн үрнәк-күрһәтмә полигонын булдырырға мөмкинлек бирер, артабан был тәжрибәне башҡа төбәктәр ҙә үҙҙәрендә файҙалана алыр, тип ышанабыҙ. Шуға ла Башҡортостанды стратегик партнерыбыҙ итеп ҡабул итәбеҙ.  

Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа «ГЛОНАСС навигация-мәғлүмәт системалары» етәкселеге вәкилдәре йыһан навигация системаларын Башҡортостан территорияһында ҡулланылышҡа индереү юлдарын тикшерҙе. Яңы төҙөлгән килешеү республика һәм төбәк-ара әһәмиәттәге бер нисә эре проектты күҙ уңында тота. Дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙа 12 тонналыҡ автомобилдәр өсөн түләүле системаны ҡулланыуға индереү, Өфө ҡалаһы өсөн интеллектуаль транспорт системаһын индереү, шулай уҡ Рәсәй юлдарында үлем һәм имгәнеүҙәрҙе кәметеүгә йүнәлтелгән «ЭРА-ГЛОНАСС» кеүек ҙур проектты үҫтереү ҙә улар араһында. Ул автотранспорт сараларын ГЛОНАСС-тың юлдаш навигация-коммуникация ҡоролмалары менән йыһазландырыуҙы күҙ уңында тота. Авария булғанда транспорт сараһы тураһындағы мәғлүмәт, уның теүәл координаталары менән бергә, автоматик рәүештә системаның диспетчер пунктына тапшырыла. Водитель менән бәйләнешкә инеп, аварияның раҫланыуын ишеткәс, диспетчер тейешле хеҙмәттәрҙең эшен ойоштора.

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, транспорт өлкәһендә ГЛОНАСС-ты индереү буйынса тәҡдим ителгән проекттарҙан тыш, Башҡортостандың ауыл хужалығында ла навигация юлдаш технологияларын ҡулланыуҙың бик яҡшы перспективалары бар.

— Беҙҙә ауыл хужалығы техникаһы паркы ярайһы ҙур һәм уның байтаҡ өлөшө  (80% самаһы) дүрт эре машина-технология станцияларының балансында тора, — тине республика Президенты. — Бында ГЛОНАСС-ты ҡулланыуға индереүҙән ғәйәт ҙур файҙа булыуы ихтимал.