Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.12 ↑

EUR 69.76 ↓

21 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Сығарылыш уҡыусыларының БДИ тапшырыу өсөн резерв көндәре башланды

Йәмғиәт

Кесаҙна, 16 июнь — аҡларлыҡ сәбәптәр буйынса БДИ тапшыра алмаған сығарылыш уҡыусылары өсөн беренсе резерв көнө. Уҡыусылар бөгөн сит телдәр, йәмғиәтте өйрәнеү һәм биология буйынса тест эшләйәсәк.

17 июнь, икенсе резерв көнөндә, берҙәм дәүләт имтиханы формаһында һынауҙар географиянан, химиянан, әҙәбиәт, тарих һәм физиканан үтәсәк.

Мотлаҡ предмет һаналған рус теленән имтиханды – 18 июндә, ә математиканан 20 июндә тапшырырға кәрәк буласаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостан уҡыусыларының төп массаһы БДИ тапшырып бөттө, әммә бар һөҙөмтәләр ҙә әлегә билдәле түгел.  Шул иҫәптән математика, уны йәштәр 6 июндә тапшырғайны; йәнә география һәм йәмғиәтте өйрәнеү (БДИ 10 июндә үтте), тарих һәм физика (14 июнь).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть