8 декабрь, Кесе йома

15 июнь 2011 йыл, 17:37

Дәүләт Думаһы депутаты Башҡортостандың иң яҡшы каратистарын бүләкләне

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Полина Вишневская

Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов Стәрлетамаҡта Башҡортостандың иң яҡшы каратист-юниорҙарына наградалар тапшырҙы. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына депутаттың матбуғат секретары Полина Вишневская хәбәр итте.

Кубок һәм грамоталар алған спортсыларға 5-16 йәш. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, уларҙың күбеһе донъя һәм Европа чемпионаттары еңеүселәре. Егеттәр айырыуса һуңғы ике йылда ҙур уңыштарға өлгәшкән.

Йәш каратистарҙың тренеры, «Шотокан» спорт клубы етәксеһе Валерий Махновский ҙа Иршат Фәхретдинов ҡулынан бүләк алды. Ул тәрбиәләнеүселәренең әлеге мәлдә 1 — 3 июлдә Мәскәүҙә үтәсәк каратэ буйынса донъя чемпионатына әҙерләнеүҙәре хаҡында һөйләне.

Иршат Фәхретдинов Стәрлетамаҡта балалар йортона ла барҙы. Унда 64 бала йәшәй, 34-е патронат тәрбиәгә алынған. Депутат балалар йортон ҡарап сыҡты, балалар әҙерләгән концертта булды һәм бында тәрбиәләнгәндәргә матди ярҙам күрһәтте. Балалар походтарға йөрөй алһын өсөн был аҡсаға туристик инвентарь һатып алынасаҡ.