3 декабрь, Шәмбе

15 июнь 2011 йыл, 16:41

Башҡортостан аграрийҙарына дәүләт ярҙамы 1,8 миллиард һумдан ашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре дәүләт ярҙамы сифатында («Ауылдың социаль үҫеше» федераль маҡсатлы программаһын иҫәпкә алып) 1870 млн һум алды, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Федераль бюджеттан – 692 млн һум, Башҡортостан бюджетынан 1178 млн һум күсерелде.

Средстволар тоҡомло малсылыҡҡа, өйөр йылҡысылығына, һарыҡсылыҡҡа ярҙам итеүгә бүленгән. Улар шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытҡа бирелгән кредиттарҙы, 10 йылға тиклем алынған инвестицион кредиттарҙы һәм сәнәғәт балыҡсылығын үҫтереүгә йәлеп ителгән кредиттарҙы субсидиялауға бүленгән. Тупаҫ һәм һутлы мал аҙығын һатып алыу, әҙерләү һәм ташыуға, миҙгелле ауыл хужалығы эштәрен үткәргәндә файҙаланылған дизель яғыулығын, ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялауға субсидиялар ҙа ошонда уҡ индерелде.