11 декабрь, Йәкшәмбе

15 июнь 2011 йыл, 15:04

Республика халҡы шәкәр диабетына тикшеренеү үтте

автор: Людмила Терновая

Башҡортостанда үткәрелгән акция һөҙөмтәһендә республика халҡы ҡанындағы шәкәр кимәлен тикшерергә мөмкинлек алды. Уның ойоштороусыһы булып «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе сығыш яһаны.

Июнь башынан алып Башҡортостан ҡалалары һәм район үҙәктәре буйлап махсус йыһазландырылған автобус йөрөнө, унда теләге булған һәр кем шәкәр кимәлен тикшереүгә бушлай ҡан бирә алды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай акция үткәреүҙең көнүҙәклеге бәхәсһеҙ. Йәмәғәтселек һәм дәүләт иғтибарын шәкәр диабетына бәйле проблемаларға йәлеп итеү, шулай уҡ ауырыуҙы иртәрәк асыҡлау – уның төп маҡсаты. Статистика тест үткәндәрҙең ете процентының ҡанында шәкәр кимәленең юғары булыуын күрһәтә. Шәкәр кимәле буйынса күрһәткестәре рәхсәт ителгән сиктән үткәндәргә тулы тикшеренеү үтеү өсөн табипҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш ителгән.