Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә социаль ашхана асылды

Йәмғиәт

Өфөнөң төньяғында Ҡулса урамында социаль ашхана асылды. Был хәйриә проекты БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илдар Ғарифуллин ярҙамында тормошҡа ашырылған.

Ашхана 60 кешегә иҫәпләнгән. Унда ҡаланың Калинин һәм Орджоникидзе райондарының аҙ тәьмин ителгән кешеләре туҡланасаҡ. Туҡланыуға талондар йылына ике тапҡыр 30 көнгә йәки бер тапҡыр ашап сығыуға ғына биреләсәк. Күп балалы ғаиләләр, пенсионерҙар, инвалидтар, эшһеҙҙәр, асарбаҡтар, иркенән мәхрүм итеү урындарынан сыҡҡан кешеләр һәм башҡа социаль яҡтан яҡланмағандар ашханала йылы аш ала аласаҡ. Төшкө аш эш көндәрендә 12-15 сәғәттәрҙә бирелә.

Был Өфөлә асылған икенсе ашхана. Беренсе социаль ашхананы апрель аҙағында Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә асҡайнылар. Ул ваҡытта ҡала башлығы Павел Качкаев, яҡын арала ҡаланың төньяҡ өлөшөндә лә ошондай тағы бер ашхана булдырыласаҡ, тип вәғәҙә биргәйне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть