Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала яҙғы өмәләргә йомғаҡ яһалды

Иҡтисад

Башҡортостанда 9 апрелдән 21 майға тиклем үткәрелгән яҙғы экологик өмәләргә йомғаҡ яһалды. «Башинформ» агентлығына төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса уртаса процент 99,3-кә етте.

Ҡала һәм ауыл биләмәләрен таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса сараларҙа 38 меңдән ашыу махсус техника берәмеге йәлеп ителгән. Экологик өмәләр дауамында 350 мең кубометр самаһы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйылған һәм полигондарға, сүплектәргә сығарып түгелгән.

Бынан тыш, территорияларҙы таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса саралар сиктәрендә юл япмаһына ремонт та үткәрелгән. Ремонтланған юл майҙаны — 2100 мең квадрат метр, тораҡ пункттарҙағы бина фасадтары һәм башҡа төҙөкләндереү элементтары 310 мең погон метр тәшкил иткән.

Шулай уҡ биләмәләрҙе йәшелләндереү буйынса ҙур эштәр башҡарылған. Дөйөм алғанда Башҡортостанда 1098 мең ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртылған. Республиканың Тәтешле районы йәшелләндереү буйынса алдынғы урында, унда дөйөм тырышлыҡ менән 646 мең үҫенте ултыртылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть