6 декабрь, Шишәмбе

15 июнь 2011 йыл, 10:30

Башҡортостанда Мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советы ойошторолдо

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советы рәсми статус алды. Нефтселәр мәҙәниәт һарайында ойоштороу йыйылышы үтте, уның ҡарары менән «Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советы» йәмәғәт ойошмаһы булдырылды, ойошманың уставы, етәкселеге һәм урынлашҡан ере раҫланды.  

Юридик адресы сифатында «Наил Лотфуллин исемендәге заманса сәнғәт музейы» (Өфө ҡалаһы, К. Маркс урамы, 32) теркәлде. Ойошма рәйесе итеп билдәле джаз музыканты, былтыр сентябрҙән башлап Башҡортостан

Республикаһы Президентының мәҙәниәт буйынса советнигы Олег Кирәев һайланды. Азамат Хәсәншин, Марат Ханнанов, Евгения Климова рәйестәштәре булды.

Бынан тыш, дөйөм тауыш биреү юлы менән төбәктә Йәмәғәт советы көсө менән фестиваль эшмәкәрлеген үҫтереү, Михаил Нестеровҡа һәйкәл ҡуйыуҙы хуплау һәм Ижади зыялылар съезын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Шулай уҡ Йәмәғәт советы ағзалары өсөн ойошмаға инеү иғәнәһе билдәләнде. Физик шәхестәр өсөн ул — 300 һум, юридик шәхестәр өсөн 2000 һум тәшкил итә.