6 декабрь, Шишәмбе

14 июнь 2011 йыл, 18:02

Өфөлә 148,4 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә ағымдағы йылдың тәүге биш айында 148,4 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата ике процентҡа күберәк. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Төҙөлөш тиҙлеген арттырыу, уның һүҙҙәренсә, башлыса был тармаҡҡа инвестицияларҙы әүҙем йәлеп итеүгә бәйле – үрҙә билдәләнгән осорҙа Өфөлә капиталь төҙөлөшкә ете миллиард һумдан ашыу аҡса инвестицияланған.

Павел Качкаев Өфөлә демографик хәлдең яҡшырыуын да билдәләп үтте. Быйылғы йылдың тәүге өс айында халыҡтың кәмеүе күҙәтелгән. Әммә һуңынан хәлдәр бер аҙға һәйбәтләнеп, хәҙер ҙур булмаған тәбиғи артыу тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Ҡалала сабыйҙар үлеме проценты ла кәмегән. Был Өфөгә быйылғы йыл йомғаҡтары буйынса миллионлы халҡы булған илебеҙ ҡалалары араһында йәнә алдынғылар рәтенә сығырға өмөтләнергә сәбәп бирә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө 2010 йыл йомғаҡтары буйынса алдынғылыҡҡа сыҡҡайны. Ул ваҡытта баш ҡала халҡының тәбиғи артыуы ике мең самаһы кеше тәшкил итте. Өфөнән тыш тәбиғи артыу былтыр Рәсәйҙең миллиондан ашыу халҡы булған ике ҡалаһында – Екатеринбург һәм Новосибирскиҙа ғына күҙәтелде.