7 декабрь, Шаршамбы

14 июнь 2011 йыл, 17:18

Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләүгә төштөләр

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республикала күп йыллыҡ үләндәрҙе бесәнгә саба башланылар. Башҡортостандың бер юлы ете районы мал аҙығы әҙерләүгә төштө, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Өфө, Ауырғазы, Баҡалы, Благовар, Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы һәм Стәрлетамаҡ райондары аграрийҙары күп йыллыҡ үләндәр сабыуҙы алып бара.

— Уңайлы һауа шарттарын иҫәпкә алғанда быйыл 2-3 тапҡыр үлән сабырға мөмкин, — тип күпме уңышҡа иҫәп тотоуын билдәләй БР Ауыл хужалығы министрлығының мал аҙығы производствоһы бүлеге белгестәре. — Ауыл эшсәндәре алдында һәр шартлы мал башына 30-32 центнер мал аҙығы берәмеге әҙерләү бурысы тора.

Быға өҫтәп, киләһе йылдарҙың уңышһыҙ булыу мөмкинлеген иҫәпкә алып, мал аҙығының күсмә страховка фонды булдырыласаҡ.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, мал аҙығы өсөн аграрийҙар 1,1 млн гектарҙа һәр төрлө культуралар сәскән. Кукуруз плантациялары быйыл ике тапҡырға арттырылған, судан үләне 1,5 тапҡырға күберәк сәселгән. Бынан тыш, миллион гектарҙан ашыу тәбиғи сабынлыҡтар ҙа бар.