6 декабрь, Шишәмбе

14 июнь 2011 йыл, 16:19

15 июндә Санкт-Петербургта Башҡорт мәҙәниәте көнө үтәсәк

автор: Сергей Захаров

15 июндә Санкт-Петербургта Башҡорт мәҙәниәте көнө үтәсәк. Уны Башҡортостандың төньяҡ баш ҡалалағы даими вәкиллеге һәм БР Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Санкт-Петербургтың Мәҙәниәт буйынса комитеты, Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) ойоштора.

Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, был сара өсөнсө тапҡыр үткәрелә һәм даимиға әүерелгән.

Башҡортостанда тыуып үҫеп, әле Санкт-Петербургта һәм Ленинград өлкәһендә белем алған һәм йәшәгән үҙешмәкәр һәм профессиональ артистар «Азимут» отеленең ҙур концерт залында концерт программаһы менән сығыш яһаясаҡ.