3 декабрь, Шәмбе

14 июнь 2011 йыл, 15:03

Сәнәғәт производствоһы индексы Өфөлә 109,3% тәшкил итте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә ағымдағы йылдың тәүге биш айында сәнәғәт производствоһы индексы 109,3% тәшкил итте. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, бар тармаҡта ла етештереү күләмдәренең артыуы күҙәтелә. Нефть продукттарын сығарыу ғына был исемлеккә инмәй.

Сағыштырыу өсөн, ағымдағы йылдың тәүге дүрт айы йомғаҡтары буйынса сәнәғәт производствоһы индексы Өфөлә 108,5% тәшкил иткәйне, 2011 йылдың ғинуар — март айы йомғаҡтары буйынса – 109%, 2010 йыл йомғаҡтары буйынса – 110,6%.

Павел Качкаев ҡалала эшһеҙлектең кәмеүен дә билдәләне. Уның әйтеүенсә, Өфөлә ғинуар — майҙа эшһеҙҙәр иҫәбе уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 15 процентҡа кәмегән. Шул уҡ ваҡытта буш эш урындары ла артҡан. Әлеге ваҡытта ҡаланың мәшғүллек үҙәктәрендә 10 мең эшһеҙгә 13 мең вакансия иҫәпләнә. Ләкин тәҡдим ителгән эштәрҙең профиле күп осраҡта эш эҙләгәндәрҙең профессияһына тап килмәй.