5 декабрь, Дүшәмбе

14 июнь 2011 йыл, 14:34

Был аҙнала Башҡортостанға Япония делегацияһы киләсәк

автор: Любовь Колоколова

15 июндә Башҡортостанға Рәсәй һәм яңы бойондороҡһоҙ дәүләттәр менән сауҙа буйынса ассоциация (РОТОБО, Япония) делегацияһы килә. Япония делегацияһын бай һәм эстәлекле программа көтә. Ул өс көнгә иҫәпләнгән һәм эшлекле форум үткәреүҙе, төбәктең сәнәғәт предприятиеларына һәм фәнни ойошмаларына барыуҙы, төбәк потенциалы менән танышыуҙы үҙ эсенә ала.

РОТОБО-ның Башҡортостанға визиты яуап сәфәре булып тора: былтыр ноябрҙә беҙҙең республика делегацияһы был илдә булып ҡайтҡайны. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2010 йылдың 12 ноябрендә Японияла Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Японияның Рәсәй һәм бойондороҡһоҙ дәүләттәр араһында сауҙа буйынса ассоциацияһы (РОТОБО) араһында хеҙмәттәшлек ниәттәре протоколына ҡул ҡуйылғайны. Документ аҫтына ҡултамғаларын БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов һәм РОТОБО президенты Такаси Нисиока ҡуйғайны.

РОТОБО-ға 200-ҙән ашыу ағза инә. Улар иҫәбендә  Японияның Mitsui, Sumitomo, Mitsubishi, TOYOTA, Honda, Nissan, SONY, Panasonic, TOSHIBA кеүек киң билдәле сәнәғәт һәм сауҙа корпорациялары, страховка һәм йөк-пассажирҙар ташыу компаниялары, банкылар, ғилми институттар, киң мәғлүмәт саралары, урындағы үҙидара органдары һәм башҡа ойошмалар бар.

Япония делегацияһының Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән танышыуы 16 июндә Башҡортостандың Археология һәм этнография музейына сәфәрҙән башланасаҡ. Артабан, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың РОТОБО делегацияһы ағзалары менән протокол осрашыуынан һуң, көндөң икенсе яртыһында Конгресс-холда Японияның хөкүмәт структуралары һәм эшлекле даирәләре вәкилдәре делегацияһы ҡатнашлығында Япония менән Башҡортостан Республикаһы араһында сауҙа һәм инвестицион хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса конференция-семинар үтәсәк.

Эшлекле форум дауамында машина эшләү һәм энергия һаҡлауҙан алып баш ҡала инфраструктураһын һәм туризмды үҫтереүгә тиклем бөтә яҡтарҙы ҡыҙыҡһындырырҙай туғыҙ төп йүнәлеш буйынса хеҙмәттәшлек юлдары тикшереләсәк.

17 июндә Башкортостан Республикаһының «Нефть-химия эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһына, «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә, «ЕСМ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә барыу планлаштырылған. Ошо уҡ көндө Япония делегацияһы вәкилдәренең икенсе төркөмө «СП Витценманн-Руссия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә (Өфө), «БелЗАН» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә (Бәләбәй) барасаҡ. Бынан тыш, Япониянан килгән ҡунаҡтар Әлшәй районындағы йылҡысылыҡ фермаһында булып, башҡорт ҡымыҙын тәмләйәсәк.

РОТОБО делегацияһының визиты 18 июндә «Русгидро-Альстом» технопаркы биләмәһенә эш сәфәре менән тамамланасаҡ.