Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Ҡала көнөндә Өфөлә салютҡа 15 мең кеше йыйылған

Сәйәсәт

Ҡала көнөндә Өфөлә салют ҡарарға 15 мең кеше йыйылған. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Ғәҙәттә бындай тамаша күберәк халыҡты йыя. Еңеү көнөндәге салютты быйыл 15 мең тамашасы күҙәткән. Ә бер йыл элек Өфөлә Ҡала көнөндәге салютҡа 40 мең самаһы кеше сыҡҡан.

Тамашасылар иҫәбенең сағыштырмаса аҙ булыуы фейерверктың түбән сифаты менән түгел, ә көндөң һалҡын тороуы менән аңлатыла. Һыуыҡ булыуы арҡаһында халыҡ  В.И. Ленин исемендәге майҙанда барған байрам программаһына ла артыҡ ҡыҙыҡһыныу күрһәтмәгән – көн дауамында артистар сығышын ни бары 500 – 600 кеше күҙәткән.

Шулай ҙа, Павел Качкаев билдәләүенсә, уңайһыҙ һауа шарттарына ҡарамаҫтан, бөтә байрам саралары ла Өфөлә өҙөклөктәрһеҙ үткән.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть