2 декабрь, Йома

14 июнь 2011 йыл, 11:34

14 июндә Башҡортостан журналистары һөнәри байрамын билдәләй

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостан журналистары бөгөн һөнәри байрамын — Республика матбуғаты көнөн билдәләй. Бал датаны байрам итеү тураһында Указ 1998 йылда сыҡҡан. Был ваҡиға уңайынан төп тантаналар 17 июндә үтәсәк.

— Көндөң беренсе яртыһында Өфөлә йола буйынса республика гәзит һәм журналдарының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен наградлау тантанаһы үтәсәк, бынан һуң Салауат районына журналистар һабантуйына барыу планлаштырыла,— тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының матбуғат секретары Айрат Искәндәров.

Байрам программаһында – уйындар, конкурстар, спорт ярыштары, шулай уҡ художестволы үҙешмәкәрлек фестивале. Масс-медиа вәкилдәре йырға, бейеүгә маһирлығын һәм актерлыҡ оҫталығын күрһәтә аласаҡ.