3 декабрь, Шәмбе

14 июнь 2011 йыл, 10:51

Республиканың өс районы һауым буйынса ике меңлек сикте үтте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Стәрлетамаҡ, Тәтешле һәм Өфө райондары малсылары йыл башынан алып һауым буйынса ике меңлек сикте үткән. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, республика буйынса бер һыйырҙан тәүлегенә уртаса һауым 12 килограмдан аша. Ауыл хужалығы предприятиеларында тулайым һауым 255667 тонна тәшкил иткән.

Дүртөйлө (11064 т), Илеш (10232 т), Стәрлетамаҡ (14710 т), Саҡмағош (15212 т) районы аграрийҙары йыл башынан алып 10 тоннанан ашыу һөт һауып алған һәм һатҡан. Баймаҡ (1365 т), Баҡалы (1300 т), Илеш (1388 т), Мәләүез (1158 т), Миәкә (1174 т), Стәрлебаш (1544 т) райондарында халыҡтан һөт һатып алыу яҡшы ойошторолған.