7 декабрь, Шаршамбы

14 июнь 2011 йыл, 9:39

Өфөлә «Рәхмәт, донор!» Бөтә Рәсәй мәғлүмәт акцияһы үткәрелә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

14 июндән 18-енә тиклем Өфөлә Бөтә донъя ҡан донорҙары көнө — 14 июнгә ҡарата «Рәхмәт, донор!» Бөтә Рәсәй мәғлүмәт акцияһы үткәреләсәк. Акцияның һуңғы көнөндә, 18 июндә, бер үк ваҡытта Мәскәү, Санкт-Петербург, Дондағы Ростов, Сочи һәм Өфө ҡалаларында концерт программаһы менән күләмле байрам саралары үтәсәк, унда власть органдары, ҡан биреү станциялары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре донорҙар менән аралаша аласаҡ.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә Бөтә Рәсәй акцияһы саралары сиктәрендә «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда 14 — 17 июндә күсмә ҡан биреү пункты эшләйәсәк. Донорҙар көн һайын 10.00-дән 13.00-гә тиклем ҡабул ителәсәк. Шулай уҡ был көндәрҙә теләге булғандар Республика ҡан тапшырыу станцияһында ла ҡан бирә аласаҡ.

«Рәхмәт, донор!» акцияһының һуңғы сараһы 18 июндә Башҡорт дәүләт университетының ҙур залында үтәсәк.

18 йәше тулған һәр кем донор була ала. В һәм С гепатиты менән ауырыған, туберкулез, наркология һәм тире-венерология диспансерҙарында иҫәптә тороусы  кешеләр ҡан тапшыра алмай.

«Рәхмәт, донор!» мәғлүмәт акцияһы Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы ярҙамында үткәрелә.

темалар: һаулыҡ һаҡлау