Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

Стәрлетамаҡта үткән балалар байрамында балалар ҙа, ололар ҙа ихлас ҡатнашты

Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ майҙаны үҙәгендә Балаларҙы яҡлау көнөнә һәм ҡаланың  245 йыллығына арналған байрам уҙғарылды. Ойоштороусылары –  «Тиктормаҫтар» тип аталған балалар бүлмәһе  һәм «Үҙәк» сауҙа комплексы муниципаль унитар предприятиеһы. Байрамға ата-әсәләр ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, «Данко» реабилитация үҙәгенән, «Әсәйһеҙ ярты көн» төркөмөнә йөрөүселәр, көн элгәре үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашыусы балалар саҡырылды. Майҙанда уларға «Үҙәк» сауҙа комплексына килгәндәр ҙә ҡушылды. Балалар ғына түгел, ата-әсәләр ҙә ҙур театрлаштырылған концерт программаһын яратып ҡараны, викторина-кокурстарҙа ихлас ҡатнашты, балалар тауарҙары йәрминкәһендә әйберҙәр һатып алды.

Лаврененко ғаиләһе иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе булғандыр, моғайын:  Михаил улдары Богдан менән Сергей һәм тормош иптәше Яна менән бергә бөтә конкурстарҙа ла ҡатнашты, бүләктәр артынан күпме сыҡҡандарын иҫәпләп бөтөрөрлөк түгел X — —  Сумка тулы бүләктәр алырбыҙ. тип уйламағайныҡ,- тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты улар. — Беҙ үҙебеҙ Себерҙә йәшәйбеҙ, әлегә бында ҡунаҡҡа ҡайттыҡ. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ата-әсәйемдәр Стәрлетамаҡҡа күсеп ҡайтты. Беҙгә лә был ҡала бик оҡшаны. Бында ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй.Тәьҫораттарыбыҙҙы асфальтҡа төшөрөлгән һүрәттәребеҙҙә лә сағылдырҙыҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть