8 декабрь, Кесе йома

01 июнь 2011 йыл, 15:02

Рөстәм Хәмитов һәм Леонид Якубович Өфөнән күп балалы ғаиләгә автомобиль асҡысын тапшырҙы

автор: Евгений Рәхимҡолов, Алик Шакиров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән популяр алып барыусы Леонид Якубович Конгресс-холл янындағы майҙанда тантаналы рәүештә Беренсе каналдың Өфөләге «Беренсе бул!» хәйриә акцияһын асты. Леонид Якубович билдәләүенсә, «Беренсе бул!» акцияһы Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында туғыҙынсы тапҡыр үткәрелә, һәм ул бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһындағы был байрамда ҡатнашыуына бик шат. Рөстәм Хәмитов һәм Леонид Якубович майҙанда йыйылған балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен байрам менән ҡотланы, шатлыҡ-ҡыуаныстар, мәктәптә яҡшы уҡыуҙарын теләне. Бынан һуң улар дүрт автомобилдең асҡыстарын тапшырҙы.

«Газель» автомобиле Өфөнән 14 бала тәрбиәләгән Жук ғаиләһенә эләкте. Икенсе  «Газель» автомобилен Өфөнөң Сабыйҙар йорто алды, тағы бер автоның асҡыстары баш табип Лилиә Ғәлимоваға тапшырылды. «Лада-Калина» автомобилен республиканың иң яҡшы педагогы Гөлназ Мөхәмәтйәнова алды, Башҡортостандың иң яҡшы педиатрына ла «Лада-Калина» машинаһынан асҡыстар тапшырылды. Ошонда уҡ, Конгресс-холл янындағы майҙанда, автомобиль алғандарҙың барыһы ла машиналарына ултырып, майҙанды урап сыҡты.

Ошонда уҡ, Конгресс-холда, Балаларҙы яҡлау көнөнә ҡарата тантаналар барған Стәрлетамаҡ менән телекүпер аша аралашыу ойошторолдо.

Автомобиль менән бүләкләнгәндәрҙе һәм балаларҙы Өфөгә килгән Беренсе канал хеҙмәткәрҙәре, артистар, спортсылар, Рәсәй Федерацияһының спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры урынбаҫары Павел Колобков ҡотланы. Артабан улар Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Леонид Якубович, популяр артистар һәм алып барыусылар менән бергәләшеп иҫтәлеккә фотоға төштө.